Ҡунағыбыҙ - «Аҡбуҙат» журналы
Октябрь 7, 2022
Просмотров: 53
Республикабыҙҙың «Аҡбуҙат» журналы менән Нефтекама ҡалаһы «Башҡорт гимназияһы» араһындағы хеҙмәттәшлек ептәре күптән инде яҡшы йолаға әүерелде. 2022 йылдың 6 октябрендәге сираттағы осрашыуға башланғыс класс уҡыусылары бик ентекле әҙерләнде. Улар төрлө темаларға иншалар яҙҙы, һүрәттәр төшөрҙө. Республикабыҙҙың йәш шағирәһе Ғәбитова Айгөл менән балалар араһында йәнле аралашыу-диалог форматында үтә лә күңелле атмосферала үтте. Ҡунағыбыҙ - «Аҡбуҙат» журналының балалар бүлеге редакторы, экоблогер, журналист Айгөл Илгиз ҡыҙы тыуған яҡ темаһына арналған викторина уҙғарып, кескәйҙәргә бүләктәрен дә тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Ғәниев Нурлан Рәшит улы, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәрҙәре Туҡаева Нәсимә Баязит ҡыҙы, Латыпова Диана Мирза ҡыҙынан торған «әҙәби десант» юғары класс уҡыусылары менән «Уҡы-365» белем һәм уҡыу Фестиваль –марафоны» уҙғарҙы. Ҡунаҡтарҙың аралашыуы, әңгәмәһе тематикаһы йәш быуынды китап уҡыуға һәм үҙ аллы белем алыуға этәреү, ижад итеү ҡомарын үҫтереүгә булышлыҡ итерҙәй алымдарҙы аңлатыу, башҡа шундай темалар буйынса һөйләшеүгә йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыуға йүнәлдерелде.