Алга,егеттэр!

Февраль 24, 2024 Просмотров: 8
Башҡорт гимназияһында ҡалала беренсе тапҡыр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Алға, егеттәр!" тип исемләнгән бәйге үтте. Был ярышты ойоштороусы ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Кәримова Әлфиә Ишмөхәммәт ҡыҙы. Бәйгелә Нефтекама нефть колледжынан "Ҡара алтын" һәм Башҡорт гимназияһынан "Беҙ бергә" командаһы. Егеттәр физик, интелектуаль, йыр, ҡул эштәре конкурстарында ҡатнашты.10 конкурстан торған көсөргәнешле бәйгелә "Ҡара алтын" командаһы 1 урын, "Беҙ бергә" командаһы 2 урын яуланы. Бәйге ҡатнашыусыларға ла, тамашасыға ла хуш килде.